Һәр таҫмала хәтер

Еңеү көнө алдынан Бәләбәй районында йыл һайын уҙғарылған «Георгий таҫмаһы» патриотик акцияһы үтә.

Һәр таҫмала хәтерҺәр таҫмала хәтер
Һәр таҫмала хәтер

«Тиҫтер» йәштәр сәйәсәте учреждениеһы ирекмәндәре ҡаланың үҙәк урамдарында теләгәндәрҙең күкрәктәренә Георгий таҫмалары таҡты. Йәштәрҙең башланғыстарын үҫтереү үҙәге ирекмәндәре йөҙҙән ашыу таҫма тапшырған.

– Акция аҙағына – 9 майға – 2000 самаһы таҫма таратырға планлаштырабыҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: үтеп барыусылар Еңеү символын ихтирам менән ҡабул итә һәм уны кейемгә таға. Акция Георгий таҫмаларын таратыуҙан тыш, быуындарҙы берләштереүгә, йөрәктәрҙә ихлас хис-тойғолар уятыуға һәм ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы һәр ваҡыт вариҫтарыбыҙҙың рәхмәтле хәтерендә йәшәйәсәген хәтергә төшөрөүгә йүнәлтелгән, – тип уртаҡлашты «Тиҫтер» учреждениеһы мөдире Валентина Антипова.

Приют ҡасабаһында ла «Бригантина» балалар-үҫмерҙәр клубы ирекмәндәре ошондай акция үткәрҙе.

Хәрби дан символы менән бергә уҡыусылар бәләбәйҙәрҙе һәм приюттарҙы таҫманы тағып йөрөтөү ҡағиҙәләре менән таныштырҙы:

– Уны булавка менән һулға, йөрәк яғына, пинжәктең ҡайтармаһына, яғаға йәки күлдәккә беркетергә кәрәк. Аяҡ кейеменә, сумкаларға, ҡайыштарға йәки автомобилдәргә беркетеү ҡәтғи тыйыла. Уны мәғәнәһеҙ биҙәүес итеп ҡулланмағыҙ. Һаҡ тотоноғоҙ, бөгәрләмәгеҙ, йыртмағыҙ - тип кәңәш итә ирекмәндә

Фотолар: «Тиҫтер» учреждениеһынан

Һәр таҫмала хәтер
Һәр таҫмала хәтер
Һәр таҫмала хәтер
Һәр таҫмала хәтер
Һәр таҫмала хәтер
Һәр таҫмала хәтер
Һәр таҫмала хәтер
Һәр таҫмала хәтер
Автор:Алһыу Фәйезова
Читайте нас