

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар Ғәбдрәуеф Сәләх улы Гәрәев, Закуан Нәсибулла улы Әсәҙуллин һәм блокадалы Ленинградта йәшәгән Екатерина Петровна Гуськова - кеше ихтыярының һәм батырлығының ҡаҡшамаҫ өлгөһө! Уларға Ватанды һаҡлау, йәшәү өсөн көрәшеү генә түгел, ә емерелгән халыҡ хужалығын тергеҙеү, шулай уҡ балалар, ейәндәр һәм бүләләр тәрбиәләү бәхете лә тейгән.
Ауыр һынауҙарға ҡарамаҫтан, ветерандарҙың йөҙҙәре балҡый, ә күҙҙәре изгелек һәм аҡыл бөркөп тора. Уларҙың асыҡ ҡарашын һәм батырлыҡтарының бөйөклөгөн хәтерегеҙҙә һаҡлағыҙ. Уларҙың өлгөһө беҙҙе Ватанға хеҙмәт итергә рухландырһын һәм мәңгегә еңеү майын беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡлаһын!
Байрам менән, ҡәҙерле бәләбәйҙәр!