Үткән заман геройҙары иҫтәлегенә…

Бәләбәй районының Үҙәк мәҙәниәт һарайында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына арналған «Үткән заман геройҙары тураһында» исемле тантаналы сара үтте. Залда ҡала учреждениелары һәм предприятиелары хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ ғаиләләре менән бәләбәйҙәр ҡатнашты. Беҙҙең һәр беребеҙҙең тиерлек ҡаты һуғыш йылдарын үткән йәки Тыуған илен яҡлап башын һалған яҡындары һәм туғандары бар. Уларҙың иҫтәлеге быуындан-быуынға тапшырыла.

Үткән заман геройҙары иҫтәлегенә…Үткән заман геройҙары иҫтәлегенә…
Үткән заман геройҙары иҫтәлегенә…

Байрам менән йыйылғандарҙы Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Азат Мөхәмәтйәнов һәм Бәләбәй ҡалаһы, Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондарының хәрби комиссары Рөстәм Сәхәбов ҡотланылар. Һуғышта һәләк булған һәм яңы  киткән ветерандар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителә.

МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнашҡан ирекмәндәрҙе рәхмәт хаттары менән билдәләнеләр.

Махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлыҡтары, намыҫы һәм ҡаһарманлығы өсөн яҡташтарыбыҙ: Павлов Илья, Садиҡов Винер, Миңлегәрәев Ринат, Машнин Сергей, Алексеев Юрий үлгәндән һуң орден һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Бүләктәрҙе уларҙың ғаилә ағзалары алды. Сәхнәгә сыҡҡандарҙы тамашасылар аяғүрә баҫып алҡыштар менән сәләмләне. Геройҙарға мәңгелек хәтер!

Байрам кисәһе ижади коллективтарҙың һәм Үҙәк мәҙәниәт, «Урал батыр» һарайҙары һәм Бәләбәй ҡалаһының 1-се сәнғәт мәктәбе солистарының концерт программаһы менән дауам итте. Сәхнәнән батырлыҡ һәм фиҙакәрлек, Ватанға һөйөү һәм Еңеүгә ышаныу тураһында йырҙар һәм шиғырҙар яңғыраны.

Үҙәк мәҙәнит һарайы фойеһында ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары «Һуғыш тураһында хәтерҙе беҙгә китап ҡалдыра», «Еңеү хаттары», «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» күргәҙмәләре һәм заманса ҡорал экспозицияһы менән таныша алды.

Светлана Прокофьева.

Елена Петрова фотолары

Үткән заман геройҙары иҫтәлегенә…
Үткән заман геройҙары иҫтәлегенә…
Үткән заман геройҙары иҫтәлегенә…
Үткән заман геройҙары иҫтәлегенә…
Үткән заман геройҙары иҫтәлегенә…
Үткән заман геройҙары иҫтәлегенә…
Үткән заман геройҙары иҫтәлегенә…
Автор:Светлана Прокофьева
Читайте нас