

Концерт Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, шағир һәм бард Булат Окуджаваға бағышланды, ул 9 майҙа тыуған.
Елена Шароватых, Светлана Земскова, Радмир Ильясов һәм Шәүҡәт Баҙамшин башҡарыуындағы хәрби темаға йырҙарҙы тамашасылар йылы ҡабул итте.
Сәхнәгә йәштәр ҙә сыҡты: Әғзәм Аҡмалов, Полина Дмитриева, Ева Таһирова, Кирилл Кутьин, Иван Кузнецов һ. б.
Концерттың дебютанты Самир Сәмиғуллин Окуджаваның «Ҡағыҙ һалдат» йырын башҡарҙы.
Марина Цветаеваның «Плач матери по новобранцу» шиғырына йыр тетрәндергес яңғыраны (Ш. Баҙамшин һәм С. Земскова).
Осрашыу Б.Окуджаваның билдәле «Молитва»һын башҡарыу менән тамамланды.
Автор фотолары