БПЛА операторҙары өсөн хәүефһеҙлек кимәле юғары

Беҙҙең БПЛА операторҙарының махсус хәрби операцияла батырҙарса һуғышыуы билдәле. Шуға күрә күп ир-егеттәр контракт төҙөү өсөн нәҡ ошо ғәскәрҙе һайлай. Бының үҙ сәбәптәре бар. Әйҙәгеҙ, уларға туҡталып китәйек. БПЛА операторҙары өсөн хәүефһеҙлек кимәле юғары. Сөнки уларҙың хеҙмәте хәрби һыҙыҡтан алыҫтараҡ бара.

БПЛА операторҙары өсөн хәүефһеҙлек кимәле юғарыБПЛА операторҙары өсөн хәүефһеҙлек кимәле юғары
БПЛА операторҙары өсөн хәүефһеҙлек кимәле юғары

Шулай уҡ Оборона министрлығы уларға үҙенсәлекле хеҙмәт сроктарын тәҡдим итә. Контрактты бер йылға ла төҙөргә була. Артабан кеше эштән китә йәки яңы контракт төҙөй ала.

Яугирҙәргә һөнәрен һаҡлап ҡалыу гарантиялана. Илдең оборона ведомствоһы менән контрактта хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш, БПЛА менән идара итеү менән бәйле булмаған, башҡа һөнәргә йәки башҡа төр ғәскәргә күсереп булмай.

БПЛА өлкәһендәге контрактсылар тулы социаль пакет ала. Уларға законда ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар һәм социаль гарантиялар бирелә.

Бынан тыш, студенттарға махсус шарттар ҙа бар. Юғары уҡыу йорттарында уҡыусылар академик отпуск алып, контракт төҙөргә, ә хеҙмәттән һуң бюджетҡа кире ҡайтырға хоҡуҡлы.

Һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә түләү бар. Дошманды уңышлы һөжүм итеүселәргә 50 меңдән 500 мең һумға тиклем өҫтәмә аҡса ҡаралған.

БПЛА подразделениелары сафында хеҙмәт менән ҡыҙыҡһынған башҡа мөһим мәғлүмәтте башбат.рф сайтында, шулай уҡ шулай уҡ 122 телефоны буйынса белергә мөмкин.

Автор:
Читайте нас