

«Егорка» позывнойлы яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Дуҫтары, хеҙмәттәштәре һәм ағалары артынан ул үҙ теләге менән МХО зонаһына киткән.
Яугир һүҙҙәренсә, бөгөн алғы һыҙыҡта пилотһыҙ аппараттар менән эшләү күнекмәләре ныҡ талап ителә.
«Һәр взводта пилотһыҙ осоу аппараты менән эшләгән кеше бар. Хәҙер улар бик кәрәкле», - тип билдәләй ул.
«Егорка» заманса технологияларҙың хәрби хәрәкәттәрҙә ҙур роль уйнауы, ә дрондар операторы хеҙмәтенең абруйлы ғына түгел, хәүефһеҙерәк тә булыуы хаҡында һөйләне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү тураһында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы 122 телефоны буйынса бирергә мөмкин.