Йәш йөрәктәрҙән ихлас ҡотлауҙар

Уҙған байрам алды көндәрендә Бәләбәй районы уҡыусылары ауыр  һуғыш йылдарын кисергән кешеләргә рәхмәт белдерҙе.

Йәш йөрәктәрҙән ихлас ҡотлауҙарЙәш йөрәктәрҙән ихлас ҡотлауҙар
Йәш йөрәктәрҙән ихлас ҡотлауҙар

8-се мәктәп уҡыусылары 1941-1945 йылдарҙа аталары тыныс күк өсөн көрәшкән ветерандарға открыткалар тапшырҙы. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡотлауы яҙылған открыткалар ихлас хөрмәт билдәһе булды.

Балалар уҡытыусылар менән бергә ветерандарҙың ғаиләләренә барҙы һәм һуғыш йылдарының тере тарихын тыңланы.

Аксаков ауылының 41-се мәктәбе ирекмәндәре лә бала сағы һуғыштың ҡаты йылдарына тура килгән яҡташтарына республика Башлығы Радий Хәбировтан открыткалар тапшырҙы.

15-се мәктәптә «Ветеранға открытка» акцияһы уҙҙы. Уҡыусылар Бәләбәйҙә йәшәүселәргә ихлас күңелдән «9 Май менән» тигән ҡулдан яһалған открыткалар бүләк итте.

17-се мәктәптең «Бында беҙ булдыҡ» майҙанында ҡатнашыусылар Еңеү көнө менән ҡотланы һәм «Изгелек һәм хәтер открыткаһы» акцияһы сиктәрендә М. Горький исемендәге үҙәк усадьба ауылындағы Ҡарттар йортонда йәшәүсе оло йәштәгеләргә үҙ ҡулдары менән яһалған открыткалар тапшырҙы.

Татар гимназияһының «Рәсәй бөркөттәре» ҡарттар йорттарындағы өлкәндәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән «Хатлашыу буйынса ейән-ейәнсәрҙәр» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Тәрбиә эше буйынса кәңәшсе менән бергә улар оло быуын вәкилдәре өсөн йылы ҡотлауҙар әҙерләгән, рәхмәт һүҙҙәре яҙған.

Фотолар белем биреү учреждениеларынан

Йәш йөрәктәрҙән ихлас ҡотлауҙар
Йәш йөрәктәрҙән ихлас ҡотлауҙар
Йәш йөрәктәрҙән ихлас ҡотлауҙар
Йәш йөрәктәрҙән ихлас ҡотлауҙар
Йәш йөрәктәрҙән ихлас ҡотлауҙар
Йәш йөрәктәрҙән ихлас ҡотлауҙар
Йәш йөрәктәрҙән ихлас ҡотлауҙар
Автор:Алһыу Фәйезова
Читайте нас