

Бәләбәй районынан яҡташ яугирҙарҙың һорауы буйынса Нива автомобиле, генератор, шуруповерттар, дрель, балталар, сүкештәр, бензобысҡы, рабица селтәре, аҙыҡ-түлек, шул иҫәптән туҡмас, ҡоро аштар, һыу, медикаменттар, һауыт-һаба, матрастар, юрғандар, мендәрҙәр, линолеум, брус, тәгәрмәстәр, кубовик, шәхси гигиена әйберҙәре һ.б. ебәрелде.
Гуманитар ярҙамды күрше ҡала һәм райондарҙың ирекмәндәр төркөмдәре ҡатнашлығында Приют ҡасабаһының Ярҙам үҙәге ирекмәндәре йыйҙы.
Улар ылауҙы формалаштырыуҙа ҡатнашҡан кешеләргә рәхмәт белдерә.
Айгөл Фәттәхова әйтеүенсә, ике фура (6 автомобиль, 3 мотоцикл һәм яугирҙарҙың һорауы буйынса бөтәһе лә) тейәлгән.
Ирекмәндәр берҙәмлеге һәм халыҡтың шәфҡәтлелеге бына нимәне аңлата!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Фотолар А.Фәттәхова ебәрҙе