

- Ҡоро һурпалар әҙерләү өсөн йәшелсә лә, ярма ла талап ителә. Күптәр беҙгә ярҙам итә.
Мәҫәлән, Мифтаховтар ғаиләһе сираттағы тапҡыр һурпа әҙерләү өсөн 125 килограмм төрлө ярма тапшырҙы, – тип уртаҡлашты ирекмән Алена Рахманҡолова.
Приют ҡасабаһындағы Богородица-Тихвин ҡатын-ҡыҙҙар монастыры ҡорамы эргәһендәге «Изгелекле йөрәк» ирекмәндәр төркөмө яугирҙарыбыҙға даими рәүештә өй туҡмасы ебәрә. Уны эшләүҙә сиркәүгә йөрөүсе төрлө йәштәге кешеләр ҡатнаша.
Бынан тыш, улар маскировка селтәрҙәре бәйләй.