«Лютый» хеҙмәте тураһында һөйләгән

Благовещен ҡалаһынан сыҡҡан «Лютый» позывнойлы  БПЛА операторы махсус хәрби операцияла дүртенсе йыл хеҙмәт итә. Элек автомобилдәр ремонтлап көн күргән егет бөгөн төнгө разведка дрондары менән идара итә.

«Лютый» хеҙмәте тураһында һөйләгән«Лютый» хеҙмәте тураһында һөйләгән
«Лютый» хеҙмәте тураһында һөйләгән

Ул тәүҙә мотоуҡсылар частарында штурм операцияларында ҡатнаша, һуңынан пилотһыҙ осоу аппараттары менән ҡыҙыҡһына башлай. Тырышлығы арҡаһында БПЛА операторҙары төркөмөнә эләгә һәм был һөнәрҙе уңышлы үҙләштерә.

«Лютый» – төнгө «аусы». Уның төп бурысы – дошманды ҡараңғылыҡта асыҡлау һәм разведка мәғлүмәттәре тапшырыу. Ул хеҙмәттә талапсанлығы, тәртиплелеге һәм яуаплылығы менән айырылып тора. Яугир иптәштәренең  ғүмере күп осраҡта уларҙың эш сифатына бәйле булыуын яҡшы аңлай.

Дүрт йыл эсендә ул өс тапҡыр яралана, ләкин хеҙмәтен дауам итә. Батырлығы һәм һөнәри оҫталығы өсөн «Батырлыҡ өсөн», Суворов миҙалдары һәм «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» наградаһы менән бүләкләнгән.

Махсус операция уға тормоштоң ысын ҡиммәттәрен – ғаиләне, туғандарҙы, тыныслыҡты һәм үҙ-ара хөрмәтте тағы ла тәрәнерәк аңларға ярҙам иткән.

 Фото: Т. Аманов

Автор:
Читайте нас