

Егет РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм, ваҡыт еткәс, фронтҡа китә. Хәҙер ул Һауа десант ғәскәрҙәре (ВДВ) сафында БПЛА операторы булып хеҙмәт итә.
Уның атаһы 2023 йылдың авгусында уҡ фронтҡа киткән, шулай уҡ десант-штурмлау ғәскәрҙәре составында хеҙмәттә. Хәрби хеҙмәт һынауҙарһыҙ үтмәй: хәрби хәрәкәттәр барышында ир яралана. Әммә, дауаланыу һәм реабилитация үткәндән һуң, ул тылда ҡалмай, бурысын хәрби иптәштәре янында үтәүен дауам итеү өсөн кире сафҡа ҡайта.
БПЛА подразделениеларына нисек эләгергә?
Үҙ тормошон пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү менән бәйләргә теләгән Башҡортостан кешеләре бөтә кәрәкле мәғлүмәтте ала ала:
Сайтта контракт төҙөү тәртибе, хеҙмәт шарттары, хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн социаль гарантиялар һәм льготалар тураһында актуаль мәғлүмәттәр бирелгән.