Бәләбәй пенсионерҙары үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай

Бәләбәй ҡалаһы пенсионерҙары изгелектәре һәм ярҙамсыллыҡтары менән айырылып тора. Улар МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн ярҙам йыйыуҙа ветерандар советына даими ярҙам итә.

Бәләбәй пенсионерҙары үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайБәләбәй пенсионерҙары үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай
Бәләбәй пенсионерҙары үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай

Мәҫәлән, Урусовтар ғаиләһе ҡоро аштар өсөн йәшелсәләр һәм йорт әҙерләмәләре йыйған. «Автонормаль» заводы ветераны Анатолий Степанович барыһын да келәткә килтергән, шулай уҡ Бәләбәйҙә МХО-ла  ҡатнашыусыларға һәйкәл төҙөү өсөн 20 мең һум аҡса күсергән.

Ирле-ҡатынлы Вәлиевтар госпиталгә оҙатыу өсөн йәнә мендәрҙәр, түшәк һәм эске кейем килтергән.

Ветерандар советы активисы Н.М. Кухарев УАЗ тәгәрмәстәре тапшырған.

– Барығыҙға ла битараф булмағанығыҙ һәм актив тормош позицияһы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, – тине Бәләбәй районының ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Гүзәл Ишниязова.

Һәр кем үҙебеҙҙекеләргә ярҙам итә ала! Ситтә ҡалмағыҙ!

Фотолар: ветерандар советы

Бәләбәй пенсионерҙары үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай
Бәләбәй пенсионерҙары үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай
Бәләбәй пенсионерҙары үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай
Автор:Любовь Иванова
Читайте нас