

Эске эштәр министрлығы ветерандары яугирҙарҙың бер үтенесен үтәгән - ОСБ-плиталар һатып алғандар.
Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветераны Владимир Коровкин УАЗ автомобиле өсөн запас частәр йыйылмаһы рәүешендә ярҙам күрһәткән.
«Сәләм» магазины коллективы 50 метр фольгоизолон тапшырған.
Шаровка халҡы яугир - яҡташтарыбыҙға даими ярҙам күрһәтә. Йыйылған гуманитар ярҙамды урындағы ирекмәндәр – ирле-ҡатынлы Кривовтар үҙ машинаһында алып килә.
Был юлы шаровкалар ҡоро һурпалар әҙерләү өсөн кәрәкле картуф, сөгөлдөр, кишер, ярма, әсетелгән кәбеҫтә һәм кер йыуыу саралары килтергән.
Бәләбәй районының ветерандар советы активистары үҙебеҙҙекеләргә бәләбәйҙәрҙең фиҙаҡәр ярҙамы тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Приют ҡасабаһының Ярҙам үҙәге ирекмәндәре яугир-отпускник менән маскировкалау селтәрҙәре, үлән сәйҙәре, бал, йорт туҡмасы, миндектәр, автозапчастар, ҡаҙаҡтар, саморездар һ. б. ебәргән.
Сираттағы тапҡыр Бәләбәй ҡалаһының тарихи мәсете мәхәлләһенән; Баженов ауылы халҡынан; Һамар ҡалаһынан Ирина Мусаеванан һәм башҡаларҙан ярҙам килгән.
- Изгелек һәм мәрхәмәтлек өсөн барыбыҙға ла рәхмәт! - тине ирекмән Ә. Фәтихова.
Фотолар ирекмәндәр тарафынан бирелгән