

«Баженов үреүселәре» төркөмөндә ҡатнашыусылар 400-сө маскировка селтәре әҙерләгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Баженов ауылында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар изге эштәрен 2024 йылдың авгусында башлағайны. Улар һәр ылау менән фронтҡа маскировка селтәрҙәре оҙата.
400-сө селтәр - еңеүҙе яҡынлаштырыуға етди өлөш ул!
Әйткәндәй, был төркөмдә берҙән-бер селтәр үреүсе-ир-ат – Әҙһәм Әхәт улы Шәймөхәмәтов бар.
Афарин, баженовтар!
Фото: А. Фәттәхова