

Улар-махсус хәрби операция барышында ауыр яраланған, әммә сафта ҡалған хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм МХО зонаһына яҡын территорияларҙа бурыстар үтәгән һәм инвалидлыҡ алған хәрби хәрәкәттәр ветерандары.
Хәҙер һаҡсылар спорт протездары, адаптив кейем, ҡул менән идара ителгән автомобилдәр, торлаҡты яраҡлаштырыуҙа ярҙам ала, шулай уҡ «Ватанды һаҡлаусылар кубогы» ярыштарында ҡатнаша ала.
- Ауыр яраланған һәм инвалид булыуына ҡарамаҫтан, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеүен дауам итергә ҡарар иткән инвалид хәрби хеҙмәткәрҙәр – ысын геройҙар. Уларҙы хәстәрлек һәм иғтибар менән уратып алыу, әүҙем тормош өсөн мөмкинлектәр биреү мөһим, – тип билдәләне «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды етәксеһе Анна Цивилева.
Фондтың Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина госпиталдәрҙә яугирҙар менән осрашыуы һәм ауыр яраланғандан һуң да «гражданка»ға китмәҫкә, ә частарға кире ҡайтырға ҡарар итеүселәр өсөн был аҙым ни тиклем ҡатмарлы икәнен белеүе хаҡында һөйләне:
– Улар: «Егеттәрҙе ташлап китә алмайым», - тиҙәр.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Ватанды һаҡлаусылар» фонды ҡарамағындағылар даирәһен киңәйтеү тураһындағы ҡарарҙы бик ғәҙел тип атаны:
- Республика үҙ сиратында геройҙарыбыҙҙы һәм уларҙың яҡындарын иғтибар һәм хәстәрлек менән уратып алыуҙы дауам итәсәк. Мин уларҙың беҙҙең өсөн иң мөһиме булыуын күп тапҡырҙар әйттем. Был позиция үҙгәрешһеҙ ҡала, - тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы Өфөлә, Совет урамындағы 13/15 һәм Минһажев урамындағы 107-се йортта эшләй.
Телефоны: +7(347)268-01-02. Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында социаль координаторҙарҙың бәйләнештәрен бында табырға мөмкин.