

Муниципаль район хакимиәтенең ветерандар ойошмаһы вәкилдәре гуманитар ярҙам йыйыуҙа даими ҡатнаша. Был юлы улар полиэтилен пленка һатып алып тапшырҙы.
Хеҙмәт ветераны Мифтахов Айрат Фәррәх улы ҡоро аштар әҙерләү өсөн йәнә алты тоҡ төрлө ярма алып килде.
Бәләбәй ҡалаһының тарихи мәсетенә йөрөүселәр яугирҙарыбыҙға даими гуманитар ярҙам күрһәтә. Ошо көндәрҙә улар Приют ҡасабаһындағы Ярҙам үҙәгенә сираттағы гуманитар ярҙам партияһын һәм аҡса килтерҙе.
Яҡташ яугирҙарыбыҙға ярҙам итергә теләгәндәрҙең барыһы ла биләмәләрҙең ирекмәндәр төркөмөнә мөрәжәғәт итегеҙ!
Фотолар ирекмәндәрҙән алынған