

Егор Приютта 2003 йылда тыуған, 19 йәшенә тиклем ошонда үҫкән, 7-се мәктәптә уҡыған. Туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң, Бәләбәй гуманитар-техник колледжына электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсегә һәм газ менән ҡырҡыусыға уҡырға инә. Уҡыуын тамамлағас та, армияға алына.
– Кемерово өлкәһендә (Юрга ҡалаһы) хеҙмәт иттем. Шунда уҡ өс ай хеҙмәт иткәс, аңлы ҡарар ҡабул итеп, контракт төҙөнөм. Ул ваҡытта ағайымды мобилизацияланылар, мин шунда уҡ уның артынан киттем. «Мох» позывнойлы ағайым Запорожьела хеҙмәт итә. Мин радиоэлектрон көрәш ғәскәрҙәрендә, сержант званиеһында. Беҙ Донецк йүнәлешендә торабыҙ, – тип һөйләне яугир.
Эргәлә Бәләбәй егеттәре юҡ, әммә, икенсе төбәктән саҡырылыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең райондан гуманитар ярҙам килә, тип уртаҡлашты яугир. Яңыраҡ Приют ирекмәндәре эвакуациялау өсөн квадрацикл ебәргән. Шулай уҡ Кемерово өлкәһе ирекмәндәре лә ярҙам күрһәтә.
Уның һүҙҙәренсә, яугирҙәр блиндаждарҙа йәшәй, бер-береһенә ярҙам итә.
Нимә иң ҡурҡынысы?
«Хәҙер бер ниҙән дә... Башта ҡурҡыныс булды, ҙур булмаған контузия алдым. Тик хәрби иптәштәрҙе юғалтыуы ауыр», - тип яуап ҡайтарҙы.
Егеткә исем үҙенең олатаһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, аҙашы хөрмәтенә ҡушылған. Һуғыштан ҡайтҡан, ҡасабала йәшәгән. Егорҙың ҡарт өләсәһе Зоя Павловна - һуғыш балаһы. Ғаиләлә үткән һуғыш тураһында онотмайҙар, ә Егор ҡарт олатаһының эшен дауам итә.
Әсәһе, өләсәһе һәм һеңлеһе уның өсөн борсола һәм доға уҡый.
Уның Тамбовта командировка ваҡытында танышҡан ҡыҙы бар. Йәштәр араһында мөнәсәбәттәр етди, ғаилә ҡороу тураһында уйлайҙар.
Мәктәп педагогтарынан Егор класс етәксеһе Елена Николаевна Кузинаны һәм завуч Наталья Борисовна Жданованы хәтерләй, ә бына практика күп булған колледжда уҡыу уға ҡыҙығыраҡ булған.
Ял ваҡытында яугир 5-се һәм 7-се мәктәп уҡыусылары менән осрашҡан - «Һуңғы ҡыңғырау» байрамында булған.
Егеттең хеҙмәт биографияһы әлегә юҡ - ул эшләп өлгөрмәгән - шунда уҡ яугир булып киткән...
– Хеҙмәттән ҡайтҡас, мотлаҡ һөнәрем буйынса эшләйәсәкмен, - ти Егор.
Егеттәргә теләк: хәрби хеҙмәткә төплө әҙерләнһендәр, сөнки күптәр бында, фильмдағы кеүек, тип уйлай бит...
– Хыялың бармы?
– МХО маҡсаттарын һәм бурыстарын үтәһен һәм еңеү менән тамамланһын ине! Тыныс эшкә сығырға һәм ғаилә ҡорорға! - тип уртаҡлашты яугир Магнит.
Егор, яҡташтарың һиңә шуны уҡ теләй бит!
Автор фотоһы