МХО яугирҙарына ярҙам итеүҙә мөһим аҙым

Бәләбәйҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса Муниципаль үҙәк асыу тантанаһы үтте. Был мөһим ваҡиға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү буйынса башланғысын тормошҡа ашырыуҙа сираттағы аҙым булды.

МХО яугирҙарына ярҙам итеүҙә мөһим аҙымМХО яугирҙарына ярҙам итеүҙә мөһим аҙым
МХО яугирҙарына ярҙам итеүҙә мөһим аҙым

Үҙәкте асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Владимир Нагорный һәм Башҡортостандың МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Смирнов ҡатнаштылар. Шулай уҡ сарала эштәре яңы үҙәк эшмәкәрлеге менән туранан-тура бәйле буласаҡ социаль координаторҙар һәм МХО-ла ҡатнашыусылар, муниципаль район Советы депутаты Алексей Никулин һәм уҡсылар полкы командиры урынбаҫары Андрей Белов булдылар.

Яңы үҙәк МХО ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре өсөн комплекслы ярҙам аласаҡ майҙансыҡҡа әүерелергә тейеш. Унда «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы кабинеты эшләйәсәк.

Үҙәктең иркен конференциялар залы эшлекле осрашыуҙар, тантаналы ваҡиғалар уҙғарыу  урыны буласаҡ, бында МХО ветерандары һәм геройҙарҙың ғаилә ағзалары аралаша, тәжрибә уртаҡлаша һәм әхлаҡи ярҙам ала аласаҡ.

Яңы үҙәктә психологик именлеккә айырым иғтибар бүленә. Үҙәктә махсус оперцияла ҡатнашыуҙың эҙемтәләрен бөтөрөүгә ярҙам итеү һәм тыныс тормошҡа яраҡлашыу өсөн бушлай психологик ярҙам күрһәтеләсәк. Йылы һәм ышаныслы аралашыу мөхитен булдырыу – үҙәктең төп бурыстарының береһе.

Республика башлығы Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларға муниципаль ярҙам үҙәктәрен асыу тураһында йөкләмә бирҙе, бөгөн республиканың 40-ҡа яҡын муниципалитетында ошондай үҙәктәр эшләй, шул иҫәптән Бәләбәйҙә лә.

Үҙәк Ҡыҙыл урам, 123/2 адресы буйынса урынлашҡан. Эш графигы: эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем.

Фотолар: муниципаль район хакимиәте

МХО яугирҙарына ярҙам итеүҙә мөһим аҙым
МХО яугирҙарына ярҙам итеүҙә мөһим аҙым
МХО яугирҙарына ярҙам итеүҙә мөһим аҙым
МХО яугирҙарына ярҙам итеүҙә мөһим аҙым
МХО яугирҙарына ярҙам итеүҙә мөһим аҙым
МХО яугирҙарына ярҙам итеүҙә мөһим аҙым
МХО яугирҙарына ярҙам итеүҙә мөһим аҙым
МХО яугирҙарына ярҙам итеүҙә мөһим аҙым
МХО яугирҙарына ярҙам итеүҙә мөһим аҙым
Автор:Регина Иванова әҙерләне
Читайте нас