Башҡортостандан яугиргә – миҙал

Рәсәй Президенты Владимир Путин махсус хәрби операция яугире- Башҡортостан егетен «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләне.

Башҡортостандан яугиргә – миҙалБашҡортостандан яугиргә – миҙал
Башҡортостандан яугиргә – миҙал

Стәрлетамаҡтан МХО яугире Эмиль Ибраһимов бөгөн махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. Ил Президенты Указында хәбәр ителеүенсә,  яҡташыбыҙ хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн»  миҙалы менән бүләкләнә. Миҙалды Башҡортостан батырына Стәрлетамаҡ ҡала хәкимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов тапшырған.

Автор:
Читайте нас