

– Бәләбәйҙә Запорожье йүнәлешенә ылау йыйыла, – тип хәбәр иттеләр район ветерандары советында.
Рәзидә Ибәтуллина етәкселегендәге «Аҡсарлаҡ» татар йыр ансамбле «Окоп шәмдәре» акцияһында әүҙем ҡатнаша. Ай һайын коллектив МХО зонаһына шәмдәр партияһын оҙата. Ошо көндәрҙә улар ирекмәндәргә шәмдәр тултырылған ҡумталар тапшырҙы.
– Бәләбәй ҡалаһының Тарихи мәсете халҡы йәнә гуманитар ярҙам йыйҙы. Әлфиә Таһир ҡыҙы, Раевка ҡасабаһындағы икмәкхананан биҙрәләр килтереп, туҡмас тултырыу өсөн Богородица-Тихвин ҡорамы ирекмәндәренә тапшырҙы.
Даими ярҙамсы Гөлшат Фират ҡыҙы линолеум тапшырҙы.
Николай Кухарев, әҙерләнгән миндектәрҙе киптереп, артабан фронтҡа оҙатыу өсөн килтерҙе, – тип хәбәр иттеләр Приют ҡасабаһындағы Ярҙам үҙәгенән.
Ирекмәндәр битараф булмаған бәләбәйҙәргә рәхмәт белдерҙе.
Яугирҙәребеҙгә ярҙам итергә теләүселәр биләмәләрҙең ирекмәндәр төркөмөнә мөрәжәғәт итә ала.
Фотолар ирекмәндәрҙән алынған