

Баженов ауылы ирекмәндәре маскировка селтәрҙәре һәм бал алып килгән.
Лазарев Алексей перфораторҙы тапшырған.
25-се балалар баҡсаһында МХО-ла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыу буйынса акция үткәрелде.
- Тәрбиәләнеүселәребеҙ үҙҙәре бәләкәй булһалар ҙа, йөрәктәре ҙур, – тип һоҡланып һөйләй Үҙәк ирекмәндәре.
Йәрмәкәй районы ирекмәндәре ярҙамында Туймазы районында «Нива» автомобиле табырға, шулай уҡ уны йыйылған аҡсаға һатып алырға мөмкин булған. Үҙәк активистары Хафизов Таһир һәм Камартдинов Фидаис машинаны Приютҡа лапы килгәндәр.
Яҡын арала «Ирҙәр көсө» төркөмө ирекмәндәре «Нива»ны ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереүгә тотона.
Ярҙам йыйыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһының да ярҙамы баһалап бөткөһөҙ!
Рәхмәт һеҙгә, яҡшы күңелле кешеләр!
Фотолар: Приют ҡасабаһы Ярҙам үҙәге