

– Был ҙур сара Яңы Сәпәш ауылы эргәһендә йәйелдерелде. Әлшәй районына Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар килде.
Фестивалдең төп маҡсаты – хәрби хәрәкәт ветерандарына, махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү.
Фестиваль программаһында медицина, психология, юридик, белем биреү, спорт һәм мәҙәни йүнәлештәр бар ине. Белгестәр һәм эксперттар 28 майҙансыҡта эшләне.
Бишенсе тапҡыр ойошторолған фестиваль бай этномәҙәни мираҫты һаҡлау һәм популярлаштырыу, рухи-әхлаҡи йүнәлештәрҙе һәм быуындар күсәгилешлеген нығытыу өсөн мөһим ваҡиғаға әүерелде, - тип уртаҡлашты көмөш ирекмән Людмила Пашина.
«Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Приют» ирекмәндәр төркөмө әүҙем гражданлыҡ позицияһы, хәрби хеҙмәткәрҙәргә шәхсән өлөш индергәндәре һәм гуманитар ярҙам күрһәткәндәре, хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙә ижтимағи мөһим эшмәкәрлек алып барған өсөн БР «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Ойоштороусылар һәм ҡатнашыусылар фекеренсә, «Ер ҡото - Ер көсө» фестивале тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы: Рәсәй көсө – уның халҡының берҙәмлегендә, тамырҙарҙы һаҡлауҙа һәм бер-беребеҙгә ярҙам итергә әҙерлектә.
Фотолар Людмила Пашинаның шәхси архивынан