Бөтәһе лә Еңеү өсөн: МХО зонаһына гуманитар ылау оҙатылды

Приют ҡасабаһындағы Ярҙам үҙәге ирекмәндәре МХО зонаһындағы яҡташтарыбыҙға сираттағы ылау оҙатты.  

Бөтәһе лә Еңеү өсөн: МХО зонаһына гуманитар ылау оҙатылдыБөтәһе лә Еңеү өсөн: МХО зонаһына гуманитар ылау оҙатылды
Бөтәһе лә Еңеү өсөн: МХО зонаһына гуманитар ылау оҙатылды

Ойоштороусы-ирекмән Айгөл Фәттәхова әйтеүенсә, гуманитар ярҙам Бәләбәй районы яугирҙәренә адреслы илтеләсәк.

Унда генераторҙар, сетка-рабица, полиэтилен пленка, перфоратор, маскселтәрҙәр, ҡоро аштар, үлән сәйҙәре, сохари, миндектәр һәм башҡа нәмәләр ебәрелгән.

Хафизов Таһир һәм Токарев Дмитрий тиҙ арала эвакуация төркөмө өсөн квадроциклға тағылма эшләгән.

Октябрьскийға йөктө Таһир Хафизов Лапшин Николай, Киселев Олег, Хәмитов Марат, Толстыхтар Иван һәм Илья, Никифорова Татьяна алып барып фураға тейәгәндәр.

«Ошондай команда менән ғорурланам! Ил ошондай кешеләргә таяна ла инде. Гуманитар ярҙам йыйыуҙа ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла ихлас рәхмәтемде белдерәм», - тине Айгөл Рәшит ҡыҙы.

Приют ҡасабаһынең Ярҙам үҙәге фотолары 

Бөтәһе лә Еңеү өсөн: МХО зонаһына гуманитар ылау оҙатылды
Бөтәһе лә Еңеү өсөн: МХО зонаһына гуманитар ылау оҙатылды
Бөтәһе лә Еңеү өсөн: МХО зонаһына гуманитар ылау оҙатылды
Автор:Любовь Иванова
Читайте нас