

«Ветерандар советы активисы Н.М. Кухарев «Ғаилә» үҙәге (элекке балалар йорто) тәрбиәләнеүселәре һәм тәрбиәселәре менән бергә 94 ҡайын миндеге әҙерләгән», - тип хәбәр иттеләр Бәләбәй районы ветерандар советында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Николай Кухарев етәкселегендә әҙерләнгән 130 миндекте яугир яҡташтар4а тапшырғандар ҙа инде.
Миндектәр һәм үлән сәйҙәре менән бүлешергә теләүселәр, ауыл ирекмәндәренә мөрәжәғәт итегеҙ.
Хеҙмәт ветераны Урусов А .С. шулай уҡ геройҙарыбыҙға әүҙем ярҙам итә: ошо көндәрҙә аҙыҡ-түлек һәм ҡоро һурпалар әҙерләү өсөн өйҙә әҙерләнгән ризыҡтар килтерҙе. «Һәр ярҙам - еңеүгә табан аҙым!»- тип аңлатма бирҙе ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Гүзәл Ишниязова.
Ветерандар советы фотолары