

Заказсыһы – Бөтә Рәсәй һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары (пенсионерҙары) йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк йәмәғәт ойошмаһының Бәләбәй районы ойошмаһы – ошо патриотик проектты башлап ебәреүсе.
Төҙөүсеһе – «Гранекс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (етәксеһе Р.Р. Шәймөхәмәтов).
– Был проект беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, һәм беҙ уны тулы яуаплылыҡ менән тормошҡа ашырабыҙ.
Беренсе этапта иҫке плиталар алып ташланды, майҙансыҡты оҙонайттыҡ. Шулай уҡ буласаҡ мемориалға ныҡлы нигеҙ булдырырға кәрәк.
Был аҙнала нигеҙ һалыу өсөн быраулау һәм металл конструкция ҡуйыу эштәрен башҡарасаҡбыҙ. Каркасты бетонлағандан һуң яңы плитка түшәй башлаясаҡбыҙ.
Бер үк ваҡытта беҙҙең производствола тәбиғи таштан һәйкәлдең бөтә элементтарын да эшләү бара, – тине подряд ойошмаһы етәксеһе Рауил Шәймөхәмәтов.
Ветерандар советы рәйесе Александр Буйлов әйтеүенсә, төҙөлөшкә аванс заказсыға бүленгән. Бөтәһе 1,2 миллион һум самаһы аҡса йыйылған. Аҡса йыйыу дауам итә.
«БХ»ның социаль селтәрҙәге биттәрендә иҫтәлекле ҡоролманы төҙөү барышын күҙәтеп барығыҙ (Макс, Бәйләнештә).
Любовь Иванова. Елена Петрова фотолары
P.S.
Средства принимаются в совете ветеранов по адресу:
г.Белебей, ул.Ленина, 3 А. Справки по телефону 8 (34786) 3-25-57.
Реквизиты для перечисления средств:
Получатель Местная Белебеевская районная организация региональной Башкортостанской республиканской общественной организации Всероссийской организации ветеранов.
ИНН: 0255011023 КПП: 025501001
ОКПО: 32027199 ОГРН: 1030200020344
Расчетный счет 40703810000200000034 Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г. Уфа
к/с 30101810600000000770 БИК 048073770
Назначение платежа: Добровольные пожертвования на установку памятника участникам СВО в г. Белебей.