

Бәләбәй районынан МХО-ла ҡатнашыусыларҙан Приют ҡасабаһындағы Ярҙам үҙәге ирекмәндәре исеменә һәр ваҡыт рәхмәт һүҙҙәре килә. Бөгөн ирекмәндәргә уңайлы шарттарҙа изге эштәр башҡарыу мөмкинлеге биргән кешенең исемен атарға теләйбеҙ.
Өфө эшҡыуары һәм Айгөл Фәттәхованың ағаһы Ринат Фәттәхов Приют үҙәгендә маскселтәр үреү оҫтаханаһы, келәт һәм музей бүлмәһе өсөн биналар биргән. Бынан тыш, ул кәрәкле әйберҙәр һатып алыуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.
Мәҫәлән, Ринат Рәшит улы сираттағы тапҡыр дель селтәре һәм маскировкалау селтәрҙәре үреү өсөн туҡымалар һатып алыуға 100 000 һум аҡса бүлгән. Май-июнь айҙарында оҫтахананың материалдарһыҙ эшһеҙ тороуын белгәс, ул ярҙамға килгән. Уларҙың ғаиләһендә шулай ҡабул ителгән.
Фәттәховтар яугир-яҡташтарына йөрәк ҡушыуы буйынса ярҙам итә.
Фотола: Айгөл һәм Ринат Фәттәховтар ҡыҫҡа ваҡытҡа осрашҡан...