Бәләбәй йылыһы – Донбасс балаларына

Бәләбәй районының Мәғариф идаралығы, уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙың ата-әсәләре исеменә Рәхмәт хаты килде – уны Донецк (Донецк Халыҡ Республикаһы) ҡала округының 23-сө балалар баҡсаһы коллективы ебәргән. Мөрәжәғәтнамәлә Бәләбәй районы халҡының Донецк Республикаһы балаларына күрһәткән ярҙамын айырым билдәләгәндәр.

Бәләбәй йылыһы – Донбасс балаларынаБәләбәй йылыһы – Донбасс балаларына
Бәләбәй йылыһы – Донбасс балаларына

«ЛНР һәм Донецк халыҡ республикаларының мәктәпкәсә учреждениеларына даими ярҙам күрһәтелә. Был бер тапҡыр ғына ойошторолған акция түгел, ә системалы эш. Балалар өсөн посылкаларға тулы үҫеш өсөн кәрәкле бөтә нәмәләр: балалар йыһазы, уйынсыҡтар, китаптар, спорт инвентары, канцелярия тауарҙары, оргтехника инә.

Уҡытыусыларыбыҙ һәм ата-әсәләребеҙ был ярҙамға бар күңелен һала. Улар посылкалар йыя, открыткалар тултыра, күңел йылының бер өлөшөн бәләкәй адресаттарына тапшыра», – тип асыҡлыҡ индерҙеләр Мәғариф идаралығында.

23-сө балалар баҡсаһы коллективының рәхмәт һүҙҙәре – ул райондың бөтә битараф булмаған халҡының дөйөм эшкә индергән өлөшөнә юғары баһа. Гуманитар ылауҙар менән ебәрелгән ҡаптар һәм техника берәмеге тураһында отчеттарҙың ҡоро юлдары артында әлеге ваҡытта айырыуса мохтаждарға ярҙам итеү өсөн ваҡыт һәм көс табыусы тере кешеләр тора.

Фото: Л. Шакирова

 

Автор:Алһыу Фәйезова әҙерләне
Читайте нас