Ата менән ул Тыуған ил һағында

Илебеҙҙе һаҡлаусылар араһында йәштәр байтаҡ. Шуларҙың береһе - яҡташыбыҙ Илья Лазарев, Ул БПЛА подразделениеһында хеҙмәт итә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, уның атаһы ла хәҙер Махсус хәрби операция зонаһында Ватан мәнфәғәттәрен яҡлай.

Ата менән ул Тыуған ил һағындаАта менән ул Тыуған ил һағында
Ата менән ул Тыуған ил һағында

Ул Йәрмәкәй районында тыуған, Баженов ауылында үҫкән һәм мәктәп тамамлаған. Электр-газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен алғандан һуң Илья әрме хеҙмәте үтә һәм үҙенең тормошон армия менән бәйләргә ҡарар итә. Бөгөн ул пилотһыҙ авиация операторы.

Хәҙерге хәрби операциялар алып барыу шарттарында БПЛА  операторҙарының эшен баһалап бөткөһөҙ. Ентекле әҙерлек, сикһеҙ теүәллек, бурыстарҙы тәрән аңлау һәм эште үтәү талап итә. Уларҙың оҫталығына күп операцияларҙың уңышы, разведка мәғлүмәттәрен ваҡытында алыу һәм, иң мөһиме, беҙҙең һалдаттарҙың хәүефһеҙлеге бәйле. Был хәрбиҙәр юғары технологиялар һәм реаль хәрби хәрәкәттәр сигендәге армияның күҙҙәре һәм ҡолаҡтары.

Беҙ ватандаштарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, улар үҙ бурысын намыҫ менән үтәй, Батырлыҡ, Яуаплылыҡ һәм Ватанға тоғролоҡ күрһәтә.

Фото А. Сәхәбиев битенән

Автор:
Читайте нас