

23-сө балалар баҡсаһы коллективы киптерелгән аштар әҙерләү өсөн Бәләбәйҙәге келәткә ярмалар алып килгән.
Приют ҡасабаһы ветерандар советының көмөш ирекмәндәре даими рәүештә гуманитар миссия башҡара: ошо көндәрҙә улар МХО яугирҙәре өсөн посылкалар төргәкләне, госпиталь өсөн ҡорамалдарға аҡса йыйыу һәм мамыҡ-марля битлектәр тегеү ойошторҙо.
Йәрмәкәй районы ирекмәндәре Приют ҡасабаһындағы Ярҙам үҙәгенә госпиталгә оҙатыу өсөн 10 пар ҡултыҡ таяғы тапшырҙы, уларҙы Егоров Николай килтерҙе.
Яугир атаһы Илфат һәм ирекмән Олег ҡайын ботаҡтары һәм мәтрүшкә килтергән, ҡалған икәүһе ял көндәрендә миндектәр бәйләгән.
Туҙлыҡыуыш (Харисова Л.М.), Рупьевка (Корнева А.К.) һәм Баженов ауылдарында йәшәүселәр гуманитар ярҙамдың сираттағы партияһын килтерҙе. «Баженов үреүселәре» маскировка селтәрҙәрен тапшырҙы.
«Барыһына ла рәхмәт! Ярҙам илтелер!», – ти ирекмәндәр.
Фотолар ирекмәндәрҙән