Бөтөн ил менән бергә...

Бәләбәйҙең «Ватанды һаҡлаусыларға» мемориаль комплексында МХО-ла ҡатнашыусылар хөрмәтенә иҫтәлекле ҡоролма төҙөү буйынса эштәр дауам итә.

Бөтөн ил менән бергә...Бөтөн ил менән бергә...
Бөтөн ил менән бергә...

– Әлеге ваҡытта беҙ эштәрҙең киләһе этабына тотондоҡ: быраулайбыҙ һәм һәйкәл нигеҙенең свайҙарын ҡағабыҙ, арматура билбауы әҙерләнек, опалубка яһаныҡ, иҫтәлекле ҡоролманың нигеҙе һәм каркасы араһында деталдәр һалдыҡ, шулай уҡ нигеҙгә бетон иҙелмәһе ҡоя башланыҡ. Металл конструкцияны һәм буласаҡ һәйкәлдең башҡа элементтарын айырым әҙерләйбеҙ. Төҙөлөштөң һәр этабының үҙ эҙмә-эҙлелеге бар, – тип уртаҡлашты «Гранекс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Рауил Шәймөхәмәтов.

Ошо көндәрҙә коллегабыҙ, Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары, хәрби комиссар Евгений Поддубный «Берҙәм Рәсәй»ҙең генераль советы секретары Владимир Якушев менән осрашыуҙа махсус операция геройҙары иҫтәлегенә бағышланған урындар ҡала мөхитенең бер өлөшөнә әйләнергә тейешлеген белдерҙе.

«Илебеҙ халҡына, тәү сиратта, балалар өсөн ориентир булып торған геройҙарҙың бары тик телевизорҙа ғына булыуына юл ҡуя алмайбыҙ. Беҙ геройҙар дәүере бөтә ерҙә лә сағылыш тапһын өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды журналист.

Бәләбәйҙәр, һәр ваҡыттағыса, бөтә ил менән бергә ныҡлы патриотик аҙымдар менән атлай.

Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың иҫенә төшөрәбеҙ, һәйкәлгә аҡса йыйыу тамамланмаған, һәм һәр кем изге эшкә үҙ өлөшөн индерә ала.

Аҡса ҡулаҡса менән дә, ҡулаҡсаһыҙ ҙа йыйыла.

Аҡса Бәләбәй ҡалаһы, Ленин урамы, 3 А адресы буйынса ветерандар советында ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34786) 3-25-57.

 

Реквизиты для перечисления средств:

Получатель Местная Белебеевская районная организация региональной Башкортостанской республиканской общественной организации Всероссийской организации ветеранов.

ИНН: 0255011023      КПП: 025501001

ОКПО: 32027199       ОГРН: 1030200020344

Расчетный счет 40703810000200000034   Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г. Уфа

к/с 30101810600000000770            

БИК 048073770

Назначение платежа: Добровольные пожертвования на установку памятника участникам СВО в г. Белебей.

 

Елена Петрова фотолары

 

Бөтөн ил менән бергә...
Бөтөн ил менән бергә...
Бөтөн ил менән бергә...
Бөтөн ил менән бергә...
Бөтөн ил менән бергә...
Бөтөн ил менән бергә...
Автор:Любовь Иванова
Читайте нас