Еңел булмаған осорҙа таяныс

Бәләбәй районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә комплекслы ярҙам күрһәтелә. Был эштә төп ролде «Ғаилә» Бәләбәй район-ара үҙәге уйнай.

Еңел булмаған осорҙа таянысЕңел булмаған осорҙа таяныс
Еңел булмаған осорҙа таяныс

Үҙәк психологик, социаль һәм юридик, белгестәр кәңәштәре менән ярҙам күрһәтә, шулай уҡ ял итеү өсөн мөмкинлектәр булдыра. Ғаиләләр өсөн «Ғаилә ялы» һәм «Осрашыу урыны» ғаилә клубы сиктәрендә осрашыуҙар ойошторола.

Клубтың айырым йүнәлеше – «Үҙебеҙҙекеләр өсөн» форматы. Уның сиктәрендә психологик тренингылар, һүрәт төшөрөү, пластилинография һәм йөндән кейеҙ  баҫыу буйынса оҫталыҡ кластары уҙа. Бындай саралар ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытырға һәм хис - тойғолар именлеген һаҡларға ярҙам итә.

Үҙәк хеҙмәткәрҙәренең әйтеүе буйынса, осрашыуҙар ғаиләләргә борсолоуҙарын еңеп сығырға, ярҙам табырға һәм уларҙың хәлен аңлағандар менән аралашырға мөмкинлек бирә. Үҙәктең мөмкинлектәре менән районда йәшәүселәрҙең күбеһе файҙалана – улар иҫәбендә Светлана Әхмәтғәлиева ла.

– Беҙгә балаларыбыҙ менән «Ғаилә» үҙәгенә йөрөү оҡшай. Бында ижади һәм мәғлүмәти саралар ҙа үткәрелә. Балалар һәр сараға ҙур теләк менән килә. Өҫтәүенә хеҙмәткәрҙәрҙең ихтирамлы һәм иғтибарлы мөнәсәбәтен айырым билдәләп үтке килә. Беҙ бик ҡәнәғәтбеҙ! – тип уртаҡлашты Светлана Евгеньевна.

Бәләбәй «Ғаилә» район-ара үҙәге фотолары

Еңел булмаған осорҙа таяныс
Еңел булмаған осорҙа таяныс
Еңел булмаған осорҙа таяныс
Еңел булмаған осорҙа таяныс
Автор:Алһыу Фәйезова
Читайте нас