

Йәш илһөйәрҙәр һалдаттарға хаттар яҙған, уларҙа лагерь көндәре тураһында һөйләгәндәр, яңылыҡтар менән уртаҡлашҡандар һәм илде һаҡлаусыларға көс, тиҙ арала өйҙәренә ҡайтыуҙарын теләгәндәр.
Лагерҙың өлкән тәрбиәләнеүселәре яугирҙәр өсөн 200 пакет сәй әҙерләгән, бының өсөн улар Приют яландарында йыйып киптерелгән үләндәрҙе һәйбәтләп төрөп пакеттарға тултырғандар.
Шулай уҡ педагог Галина Афанасьева яугирҙәр өсөн маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән. Хәҙер әкренләп уҡыусылар яҡташтарыбыҙҙы һаҡлау өсөн ысын селтәр үрә.
Балаларҙың бөтә хеҙмәттәре – хаттар, сәй һәм маскировка селтәрҙәре – Приют ҡасабаһының Ярҙам үҙәгенә тапшырыласаҡ.
Фотолар: Приют ҡасабаһының 5-се урта мәктәбенән