Бергәләп кенә Еңеүҙе яҡынайтырға мөмкин!

«МХО зонаһына гуманитар ярҙам төркөмө» ирекмәндәре (етәксеһе Роза Федорова) ошо көндәрҙә Бәләбәйҙән яугирҙәргә ике автомобиль: УАЗ һәм «Нива» ебәрелде.  

– УАЗ машинаһын беҙ Семенкин ауыл советы хакимиәтенән һатып алдыҡ, ә «Халыҡ фронты» активисы Морат Шафиҡов уны ремонтларға ярҙам итте. Аксаков ауылынан автослесарь Ильяс Әхмәтйәнов двигателде һәм хәрәкәт итеү өлөшөн алмаштырҙы. Автомобилде ебәреүгә беҙҙең дуҫтарыбыҙ ҙа әҙерләне, эштәрҙең байтаҡ өлөшөн Андрей һәм Вячеслав Зелюковтар башҡарҙы. УАЗ Донецк йүнәлешенә китте.

«Нива» «90-сы танк дивизияһының туғандары» төркөмө ярҙамында һатып алына, уға бөтә илдән кешеләр инә.

Хәҙер беҙҙең төркөмдә сираттағы «Нива» автомобилен һатып алыуға аҡса йыйыла. Изге эшкә ҡушылған һәр кемгә рәхмәтлебеҙ. Бөтә «Нива»лар Днепропетровск йүнәлешенә штурмлау подразделениеһы яугирҙәренә китә, – тип һөйләне Роза Ринат ҡыҙы.

Морат Шафиҡов һүҙҙәренсә, И. Әхмәтйәнов эштәрҙе бушлай эшләгән, ә запас  частарҙы Халыҡ фронты биргән. Был инде ул МХО-ға ебәреү өсөн әҙерләгән дүртенсе машина.

Тик бергәләп кенә ҡыйыу яугирҙәребеҙгә ярҙам итергә һәм Еңеүҙе яҡынайтырға мөмкин!

Р. Федорованың видеоһы

 

Автор:Любовь Иванова
Читайте нас