Ауыр ваҡытта таяныс

Бәләбәй районы хакимиәтендә уҙған аҙналыҡ кәңәшмәлә «Ватанды һаҡлаусылар» фондының республика филиалының социаль координаторы менән таныштырҙылар. Хәҙер Бәләбәйҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ветерандары һәм ғаиләләре өсөн ярҙамды киңәйтергә мөмкинлек биргән ике белгес эшләй. Юлиә Хөсәйенова менән бергә был эште Винера Винокурова башҡарасаҡ.

Ауыр ваҡытта таянысАуыр ваҡытта таяныс
Ауыр ваҡытта таяныс

Быға тиклем В. Винокурова Йәрмәкәй районында «Ватанды һаҡлаусылар» фондының соцкоординаторы вазифаһын башҡарҙы. Һуңыраҡ Бәләбәй ҡалаһының үҙәк китапханаһында эшләне.

Винера Винер ҡыҙы – мобилизация буйынса саҡырылған яугирҙең ҡатыны. Ире ил мәнфәғәттәрен яҡларға ныҡлы һәм аңлы ҡарар ҡабул итә: Тыуған ил уның ярҙамына мохтаж булғанда ул ситтә ҡала алмай. Ҡатын-ҡыҙ үҙ тәжрибәһендә көн һайын ил һаҡлаусыларҙың ғаиләләре ниндәй кисерештәр, һорауҙар һәм көнкүреш ҡатмарлыҡтары менән осрашыуын белә.

В.В. Винокурова тәүге көндәрҙән үк ирекмәндәр эшмәкәрлегенә әүҙем ҡушыла, гуманитар ылауҙар ойоштороуҙа ҡатнаша. Винера Винер ҡыҙы шәхси тәжрибәһен башҡа ҡатындар һәм әсәләр өсөн терәк булырға, уларға ауыр осорҙо үтергә һәм төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә йүнәлеш алырға ярҙам итеү өсөн файҙаланырға ҡарар итә.

«Бәләбәй районында соцкоординатор вакансияһы асылыуына бик шатмын һәм шунда уҡ анкета бирҙем, – тип хәтерләй ул. – Эш күп булғанлыҡтан Юлиә Хөсәйеноваға ярҙамсы кәрәк ине».

Фонд эше сиктәрендә белгестәр опекалағы кешеләрҙе төрлө хәлдәрҙә оҙатып йөрөй: документтарын рәсмиләштереүҙә, социаль ярҙам сараларын алыуҙа, көнкүреш проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам итә, шулай уҡ психологик ярҙам күрһәтә.

 

Социаль координаторҙың ярҙамын Бәләбәй ҡалаһы, Ҡыҙыл урам, 123/2 адресы буйынса алырға мөмкин.

Телефоны: 8 (347) 864-65-13

МР хакимиәте фотоһы

 

Автор:Регина Иванова
Читайте нас