Бәләбәйҙән үҙебеҙҙекеләргә ярҙам даими китә

Бәләбәй районы ветерандары советы һәм «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Бәләбәй» ирекмәндәр төркөмө хәбәр итеүенсә, яугир-яҡташтарға гуманитар йөк йыйыу һәм оҙатыу буйынса эш туҡталмай.

Бәләбәйҙән үҙебеҙҙекеләргә ярҙам даими китәБәләбәйҙән үҙебеҙҙекеләргә ярҙам даими китә
Бәләбәйҙән үҙебеҙҙекеләргә ярҙам даими китә

Күптән түгел Бәләбәйҙән сираттағы ярҙам партияһы МХО зонаһына китте: яугирҙәрҙең үтенестәрен эшҡыуарҙар – «ДОК» (Олег Диреев, Айрат Мифтахов), «ОНИД» (Нэлли Ғәлләмова) һәм «Бәләбәй машиналар эшләү заводы» (Ринат Мусин) йәмғиәттәре үтәне.

Коммерция структуралары етәкселәре ветерандар советы менән даими бәйләнештә тора һәм яугирҙәребеҙҙең ихтыяждарын оператив рәүештә ҡаплай.

Шаровканан әүҙем ирекмәндәр яугирҙәргә ебәреү өсөн ойоҡбаш, кофе, сәй, шулай уҡ тәмләткестәр, һарымһаҡ, ҡоро һурпалар әҙерләү өсөн әсетелгән кәбеҫтә алып килгән.

Эске эштәр министрлығы ветераны Евдокимов М.А.ҡеүәте 5,5 квт булған генератор тапшырған.

Отпускыға ҡайтҡан яугирҙәр менән яҡташтарыбыҙ өсөн ҡоро һурпалар, маскировка селтәрҙәре, шәхси гигиена саралары һәм дымлы салфеткалар, кофе һәм тәм-том, шулай уҡ 8-се мәктәп уҡыусылары әҙерләгән нашлемниктар ебәрелде.

Берҙәм тырышлыҡ менән еңеү яҡынлаша!

Ветерандар советы фотолары

 

Бәләбәйҙән үҙебеҙҙекеләргә ярҙам даими китә
Бәләбәйҙән үҙебеҙҙекеләргә ярҙам даими китә
Бәләбәйҙән үҙебеҙҙекеләргә ярҙам даими китә
Бәләбәйҙән үҙебеҙҙекеләргә ярҙам даими китә
Автор:Любовь Иванова әҙерләне
Читайте нас