Барыһы ла Еңеү өсөн
3 Августа , 12:00

«Маҡсатым – үҙем кеүектәргә ярҙам итеү»

Бәләбәй районы хакимиәтендәге аҙналыҡ кәңәшмәлә «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Приют ҡасабаһы буйынса республика филиалының яңы социаль координаторы менән таныштырҙылар. Ул – Махсус хәрби операция ветераны Илнур Нағуманов.

«Маҡсатым – үҙем кеүектәргә ярҙам итеү»«Маҡсатым – үҙем кеүектәргә ярҙам итеү»
«Маҡсатым – үҙем кеүектәргә ярҙам итеү»

Илнур Фәнис улы сығышы менән Бәләбәйҙән, бала сағын Приютта үткәрә, унда 5-се мәктәпте тамамлай, һуңынан 89-сы СПТУ-ла һөнәр ала. МХО-ла ҡатнашҡанға тиклем нефть промыслаларында һәм төҙөлөштә вахта ысулы менән эшләй.

2023 йылдың декабрендә Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Авдеевка йүнәлешендә штурмлау бригадаһында хеҙмәт итә (позывнойы  «Фин»). 2024 йылдың февралендә беренсе тапҡыр яралана, дауаланғандан һуң сафҡа ҡайта. 2024 йылдың 14 майында икенсе тапҡыр ҡаты яралана, уң ҡулын юғалта. 2025 йылдың апрелендә тыуған яғына ҡайта. Илнур Нағуманов тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте быйыл май һандарының береһендә яҙҙыҡ («Фин тормош һәм бәхет хаҡын белә», 29.05.2026, №22).

Хәҙер уның миссияһы – шундай уҡ һынауҙар аша үткәндәргә ярҙам итеү. Социаль координатор вакансияһы тураһында ул үҙенең координаторы Юлия Хөсәйенованан белә, МХО-нан ҡайтҡас, ул уға ҙур ярҙам күрһәткән була. Приютта эшләү тураһында тәҡдимде Илнур Фәнис улы уйлап та тормай ҡабул итә.

Хәҙер инде ветеран ҡасаба ирекмәндәре менән танышты, һәм улар бергәләп тәүге эш пландарын билдәләне.

«Үҙ алдыма бер маҡсат ҡуям – үҙем кеүек үк егеттәргә ярҙам итеү», – ти Илнур Фәнис улы.

С. Шириня фотоһы

Автор:Регина Иванова
Читайте нас