

БПЛА ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр ниндәй өҫтөнлөктәргә эйә?
Пилотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА) ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү ихтыяжлы юғары технологиялы һөнәрҙе үҙләштереү һәм хәрби бурыстарҙы үтәүҙе робот техникаһы, радиоэлектроника һәм IT өлкәһендә уникаль тәжрибә алыу менән берләштерергә мөмкинлек бирә.
Хеҙмәттең төп өҫтөнлөктәре булып юғары технологиялы әҙерлек тора. Контрактҡа ҡул ҡуйғандар пилотаж, программалау, 3D-моделләү, элемтә һәм пилотһыҙ системаларҙы ремонтлау буйынса күнекмәләр ала, разведка, дрондар һәм радиоэлектрон көрәш системалары өлкәһендә яңы ватан эшләнмәләрен өйрәнә. Был күнекмәләр хәрби хәрәкәттәр ваҡытында ла, граждандар хеҙмәтендә лә талап ителә.
Пилотһыҙ системалар батальоны командирының хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары Салауат Вәлиев БПЛА подразделениелары хәрбиҙәре өсөн «махсус контракт» хаҡында һөйләне.
– Контракт бер йылға төҙөлә. БПЛА ғәскәрҙәренә килгән хәрбиҙәр башҡа подразделениеларға күсерелмәй, туранан-тура БПС батальонында хеҙмәт итә, һәм бер йыл үткәс, хеҙмәттән бушатыла. Йыл буйына улар һөнәре буйынса эшләй, сөнки уҡытыу процесы күп яҡлы һәм оҙайлы. Операторҙар тәү сиратта симуляторҙарҙа уҡый. Тәүге күнекмәләрҙе алғас, практик эшмәкәрлеккә күсә. Уҡыуын тамамлағас, улар имтихан тапшыра һәм шунан һуң ғына заданиеларҙы туранан-тура позицияларҙа үтәй башлай.
Башҡортостанда контрактҡа ҡул ҡуйған хәрби хеҙмәткәрҙәр бер тапҡыр бирелә торған 1,4 миллион һум (шуның бер миллион һумы – төбәк, 400 мең һумы – федераль аҡса) ала. Өфө халҡына өҫтәмә рәүештә 600 мең һум ҡала субсидияһы түләнә.
Контрактсыларға ай һайын аҡсалата тәьминәт ҡаралған, ул вазифаға, хәрби дәрәжәгә ҡарап, яҡынса 220 мең һум тәшкил итә.
Махсус операцияла ҡатнашҡан өсөн БПЛА операторҙары ике вазифа оклады һәм 4240 һум күләмендә бер тәүлеккә иҫәпләнгән эш хаҡы ала. Әүҙем һөжүм хәрәкәттәрендә ҡатнашҡан өсөн тәүлегенә – 12 мең һум, позицияларҙы обороналауҙа ҡатнашҡаны өсөн тәүлегенә – 10 мең һум, һөжүм итеү төркөмдәре составында бер километр һөжүм өсөн 50 мең һум бүленә.
Билдәләнгән түләүҙәрҙән тыш, дошман хәрби техникаһын юҡ иткән өсөн 50 меңдән 500 мең һумға тиклем түләүҙәр ҡаралған. Танкты йәки идара итеү ҡоролмаһын тартып алыу бер миллион һумға баһалана.
Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса күп һанлы саралар ғәмәлдә. Балаға айлыҡ пособиелар хәрби хеҙмәткәрҙең килемен иҫәпкә алмайынса тәғәйенләнә. Ғаиләләр балалар баҡсаһы өсөн түләүҙән азат ителә. Балаларға мәктәптәрҙә һәм колледждарҙа бушлай ҡайнар аш бирелә.
Яугирҙәр һәм уларҙың яҡындары өсөн республика шифаханаларына бушлай юлламалар ҡаралған. Шулай уҡ балалар һауыҡтырыу лагерҙарына йөрөй ала, ә уҡырға ингәндә махсус квота буйынса бюджет урындарына конкурстан тыш инеү хоҡуғына эйә.
Контрактсылар мөлкәткә һалым түләүенән тулыһынса азат ителә, транспорт һәм ер һалымдары буйынса льготаларға эйә. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә кредит каникулдары бирелә, ә хәрби хәрәкәттәр ветерандары бер нисә йөкләмә буйынса түләүҙәрҙән азат ителә. МХО-ла ҡатнашыу осоро икеләтә күләмдә страховка стажына иҫәпләнә.
Юғары уҡыу йорттарында уҡыған студенттар академик отпуск алыу мөмкинлегенә эйә. Түләүле нигеҙҙә уҡығандар хеҙмәттән һуң бюджет урындарына кире ҡайта ала.
Хеҙмәте тамамланғандан һуң хеҙмәткәрҙәргә хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бирелә, уларҙың льготалары бөтә ғүмер дауамында һаҡлана.
БПЛА ғәскәрҙәренә саҡырыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән башбат.рф сайтында йәки ҡыҙыу линия телефоны аша (122) танышырға мөмкин.
Сығанаҡ: i-gazeta.com («Общественная Электрогазета. РФ»).
*Контракт буйынса хеҙмәткә заявка биреү өсөн Бәләбәй ҡалаһы, Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондары хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итегеҙ. Адресы: Бәләбәй ҡалаһы, Көнсығыш урамы, 72. Һорауҙарҙы (34786) 5-39-99 телефоны буйынса бирергә мөмкин.