Барыһы ла Еңеү өсөн
4 Августа , 11:00

Фронтҡа тиҙ арала ярҙам иттеләр

Июлдең һуңғы көнөндә Приют ҡасабаһындағы Ярҙам үҙәгендә эш ҡайнаны – хәрби операция зонаһынан килгән КамАЗға гуманитар ярҙам тейәнеләр. Дүшәмбелә гуманитар йөк тәғәйенләнеш пунктына барып еткән, һәм «БИ» хәбәрсеһе ирекмән Айгөл Фәттәхованан ошо ваҡиға тураһында һөйләүен һораны.

Фронтҡа тиҙ арала ярҙам иттеләрФронтҡа тиҙ арала ярҙам иттеләр
Фронтҡа тиҙ арала ярҙам иттеләр

– Беҙ һалдаттарыбыҙҙың һорауын оператив рәүештә үтәнек һәм, улар хәрби КамАЗ ебәрергә тәҡдим иткәс, бик ҡыуандыҡ.

Йөктө тейәргә «Ир-егет көсө» төркөмө ирекмәндәре, Һауа-десант ғәскәрҙәре туғанлығы активистары, яугирҙәрҙең туғандары, беҙҙең төркөмдә ҡатнашыусылар, йәштәр килде.

Һыуытҡыс, кер йыуыу машиналары, микротулҡынлы мейестәр, хәүефһеҙлек саралары, төҙөлөш материалдары, инструменттар, матрастар, юрғандар, мендәрҙәр, ултырғыстар, тумбочкалар, канистрҙар, мискәләр, маскировкалау селтәрҙәре, автозапчастар, янғын һүндергестәр, шулай уҡ аҙыҡ-түлек һәм медицина кәрәк-яраҡтары тейәлде.

Йөк тейәүҙә ҡатнашыусыларҙың һәммәһенә лә рәхмәт белдерәбеҙ! Беҙҙең көс – берҙәмлектә! - тип һөйләне ирекмән.

Яугирҙәр яҙҙырып ебәргән видеоларында фронтҡа ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла тәрән рәхмәт белдерәләр.

Фотолар һәм видеолар: Приют ҡасабаһындағы Ярҙам үҙәге

 

 

 

Автор:Любовь Иванова әҙерләне
Читайте нас