

Республика етәкселегенә ошондай тәҡдим менән хәрби частарҙың бер вәкиле мөрәжәғәт иткән. Был башланғысты ул тулыһынса хуплаған.
– Пилотһыҙ осоу системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә теләүсе егеттәребеҙ күп. Был – Рәсәй Ҡораллы көстәренең иң заманса һәм перспективалы йүнәлештәренең береһе, армиябыҙҙың киләсәге тап ошо тармаҡ менән бәйле, – тине республика етәксеһе.
Башҡортостанда исемле батальондар төҙөү тәжрибәһе үҙенең һөҙөмтәлелеген күптән иҫбатлаған. Республикабыҙ үҙенең яугирҙарына даими ярҙам күрһәтә, кәрәкле техника, ҡорамалдар һәм гуманитар йөк ебәрә. Бынан тыш, бер төбәктән булған яугирҙарҙың бер подразделениела хеҙмәт итеүе уларҙың рухын нығыта, бер-береһенә терәк булырға ярҙам итә.
Контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн Башҡортостанда ҡаралған бөтә социаль гарантиялар һәм бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр һаҡлана. Хеҙмәт башланғансы һәр кандидат махсус әҙерлек үтәсәк.