Барыһы ла Еңеү өсөн
9 Августа , 07:00

Үҙебеҙҙекеләр өсөн гуманитар йыйымдар дауам итә

«Шаровканан Кривовтар ғаиләһенән башҡорт үләндәре һалынған сәйҙәр беҙҙең яугирҙәргә Һауа-десант ғәскәрҙәре һәм спецназ ветерандарынан гуманитар йөк менән бергә яҡын арала оҙатыласаҡ», - тип хәбәр иттеләр Бәләбәй районы ветерандары советында.

Үҙебеҙҙекеләр өсөн гуманитар йыйымдар дауам итәҮҙебеҙҙекеләр өсөн гуманитар йыйымдар дауам итә
Үҙебеҙҙекеләр өсөн гуманитар йыйымдар дауам итә

Бәләбәй ҡалаһының Тарихи мәсете мәхәлләһенән сираттағы гуманитар ярҙам партияһы килде. Йөктө Приют ҡасабаһына Ярҙам үҙәге келәтенә Әлфиә Таһир ҡыҙы килтергән.

Шулай уҡ Приютта район ветерандары советынан, «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Бәләбәй» һәм «Еңеү өсөн тәмле һәм тиҙ Бәләбәй районы» төркөмдәре ирекмәндәренән госпиталгә ебәреү өсөн әйберҙәр һәм яугирҙәр өсөн ҡоро һурпалар тапшырылған.

Берлектәге тырышлыҡ менән ирекмәндәребеҙ битараф булмаған граждандарҙы берләштерә, яугир-яҡташтарҙың һорауҙарына оператив яуап бирә, еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итә,!

Ирекмәндәрҙең фотолары

Үҙебеҙҙекеләр өсөн гуманитар йыйымдар дауам итә
Үҙебеҙҙекеләр өсөн гуманитар йыйымдар дауам итә
Үҙебеҙҙекеләр өсөн гуманитар йыйымдар дауам итә
Автор:Любовь Иванова
Читайте нас