Барыһы ла Еңеү өсөн
12 Августа , 04:00

Үҙебеҙҙекеләргә гуманитар йөк йыйыу һәм оҙатыу өҙлөкһөҙ бара

Приют ҡасабаһының Ярҙам үҙәге келәтенән «Ир-егет көсө» ирекмәндәре республика ылауы менән сираттағы ярҙам партияһын МХО зонаһына оҙатты.

Үҙебеҙҙекеләргә гуманитар йөк йыйыу һәм оҙатыу өҙлөкһөҙ бараҮҙебеҙҙекеләргә гуманитар йөк йыйыу һәм оҙатыу өҙлөкһөҙ бара
Үҙебеҙҙекеләргә гуманитар йөк йыйыу һәм оҙатыу өҙлөкһөҙ бара

Көн элгәре келәттә доктор «Лиса» эшләгән госпиталь (уның тураһында 2025 йылда  яҙҙвҡ) һәм яугирҙар өсөн йөк ә:ерләү йәһәтенән эш ҡайнаны.

Гуманитар йөк йыйыуҙа «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Бәләбәй» төркөмө һәм район ветерандары ирекмәндәре советы ҡатнашты. Берлектәге ғәмәлдәр кешеләрҙе һәм коллективтарҙы берләштерә.

Мәҫәлән, «Автонормаль» йәмғиәтенән 500 килограмм йөк килде; Бәләбәйҙә йәшәүсе Төхвәтшина Нәфисә кер йыуыу машинаһын тапшырҙы; Ыҫлаҡбаш ауыылсоветы ауыл биләмәһе хакимиәте һәм  ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҡабаҡ һуттары һәм сәйгә  үләндәр килтерҙе. Барыһын да һанап бөтөп булмай…

Ирекмәндәр яугирҙәр һорауы буйынса йөк йыйыуҙа ҡатнашҡан бөтә халыҡҡа ҙур рәхмәт белдерә.

Әйткәндәй, райондың ветерандар советына яугирҙәрҙән запас частар, инструменттар һәм материалдар: АДС КПП-ның икенсел валы, УАЗ ступицаһының ремкомплекты, УАЗ өсөн хабтар, тормоз шыйыҡсаһы, тормоз ҡалыптары (артҡы, алғы), 409 дв. свечалары, бронепровод 409 дв., реле 4 кт. 30 А, электродтар (2 һәм 3 мм), электр бысҡыһы, 3 кВт генератор, ярым автомат өсөн иретеп йәбештереү сымдары (флюс 0,8 мм) һорау килде.

Үҙебеҙҙекеләргә ярҙамға ҡушылығыҙ!

Октябрьский ҡалаһынан ылау ебәреү тураһында яҡын арала хәбәр итербеҙ.

Фотолар ирекмәндәр тарафынан бирелгән

Үҙебеҙҙекеләргә гуманитар йөк йыйыу һәм оҙатыу өҙлөкһөҙ бара
Үҙебеҙҙекеләргә гуманитар йөк йыйыу һәм оҙатыу өҙлөкһөҙ бара
Үҙебеҙҙекеләргә гуманитар йөк йыйыу һәм оҙатыу өҙлөкһөҙ бара
Үҙебеҙҙекеләргә гуманитар йөк йыйыу һәм оҙатыу өҙлөкһөҙ бара
Үҙебеҙҙекеләргә гуманитар йөк йыйыу һәм оҙатыу өҙлөкһөҙ бара
Автор:Любовь Иванова
Читайте нас