Хәрби шарттарҙа бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн кесе сержант Евгений Геннадьевич Захаров «За боевые отличия» миҙалы һәм төплө инициативаһы, тырышлығы һәм хеҙмәт бурыстарын намыҫлы үтәгәне өсөн «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалы менән бүләкләнгән.
Ефрейтор Вадим Вячеславович Дворянинов төплө инициативаһы һәм хеҙмәт буйынса тырышлығы өсөн «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалына лайыҡ булған.
Ике яҡташыбыҙ ҙа 88-се айырым уҡсылар полкында хеҙмәт итә.
«БИ» редакцияһы менән яҡшы яңылыҡ менән 51-се Дөйөм ғәскәр армияһының 114-се Айырым Гвардия мотоуҡсылар бригадаһы 88-се айырым уҡсылар полкы командирының беренсе урынбаҫары подполковник Андрей Белов уртаҡлашты.
Батыр яугирҙарыбыҙҙы лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ!
А. Ю. Беловтың видеолары