

Осрашыуҙа 2001 йылда гимназияны тамамлаған Илдус Саҙретдинов һәм 1997 йылда 17-се мәктәпте тамамлаған Наил Вәлиуллин ҡатнаштылар. Хәҙер ике ир ҙә хеҙмәттә, ҡыҫҡа ялға ҡайтып, йәштәр менән аралашыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмаҫҡа теләгәндәр.
Һөйләшеү асыҡтан-асыҡ булды. Яугирҙәр ни өсөн Ватанды яҡларға ҡарар итеүҙәре, ниндәй ауырлыҡтар һәм һынауҙар менән осрашырға тура килеүе хаҡында һөйләне. Юғары класс уҡыусылары һорауҙар биреүҙән тартынманы. Уларҙы алғы һыҙыҡтағы көнкүреш шарттары, хеҙмәт үҙенсәлектәре, яугирҙарҙың балаларҙың хаттарына һәм открыткаларына нисек яуап биреүҙәре ҡыҙыҡһындырҙы. Ҡунаҡтар ихлас һәм ентекле яуаптар бирҙе. Шул уҡ ваҡытта хәрбиҙәр өйҙөң мораль ярҙамы бик мөһим тип айырыуса һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Хатта ҡыҫҡа ғына хат та хәрби рухты күтәрергә һәләтле.
Әңгәмәлә Илдус Саҙретдинов хәрби дуҫлыҡ һәм бурыс темаһына айырым иғтибар бүлде. Ул армияла хеҙмәт итеү – маҡтаулы бурыс, ә яҡшы әҙерлек һәм белем йыш ҡына ғүмерҙе һаҡлауға нигеҙ булып тора, тип билдәләне. Осрашыу аҙағында гимназияны тамамлаясаҡ балаларға ябай, әммә мөһим кәңәш менән мөрәжәғәт итте: тырышып уҡырға. Уның һүҙҙәренсә, белем алыу – киләсәккә нигеҙ.
Гимназистар өсөн осрашыу ысын геройҙарҙы дәреслек биттәрендә түгел, ә тере килеш күрергә мөмкинлек бирҙе. Балалар патриотизм, батырлыҡ һәм Ватанға һөйөү кеүек төшөнсәләргә яңыса ҡарай алды. Бындай саралар йәштәрҙә илде яҡлаусыларға ихтирам һәм үҙ Ватаны өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.
Фотолар Бәләбәй ҡалаһының 1-се гимназияһынан бирелгән