Ракетасынан – БПЛА операторына тиклем

Көйөргәҙе яугире «Нурс» быйыл яңы һөнәрен үҙләштергән: ул хәҙер -  БПЛА оператор-пилоты. Был  - 30 йәшлек сержанттың икенсе контракты, ул хәҙер Курск йүнәлешендә илебеҙ мәнфәғәтен яҡлай.

Ракетасынан – БПЛА операторына тиклемРакетасынан – БПЛА операторына тиклем
Ракетасынан – БПЛА операторына тиклем

- Махсус хәрби операция башланғас, мин дә ситтә ҡала алманым. Минең бында дуҫтарым, таныштарым күп. Читала ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткәндә позывнойҙы командирым һайланы. “Нурс” аббревиатураһы "Идара ителмәгән реактив ҡорал” тигәнде аңлата (неуправляемый реактивный снаряд).

НУРС хәҙер "аҡыллы" квадракоптер, гексакоптерҙарҙың күләгәһендә ҡалды, әммә тап ошо ракеталар - Рәсәй Хәрби-һауа көстәренең төп көсө, - тип ентекле аңлатты беҙгә “Нурс”. - Мин әлегә өйләнеп өлгөрмәнем, өйҙә атай-әсәйем, һеңлеләрем, ҡустым көтә. Уларҙың борсоласағын белеп, МХО-ға барасағымды һуңға тиклем әйтмәнем. Яҡташым, Баймаҡ районынан 30 йәшлек “Юлбарыҫ” менән бер туғандай булып бөттөк.

Миңә тапшырылған гуманитар посылкала уйынсыҡ, смайлик бар ине, һәм ул минең талисманыма әйләнде: уны телефонға беркетеп ҡуйҙым. Яҡташтарыма  бер ҡасан да өмөтөгөҙҙө юғалтмағыҙ, беҙгә ышанығыҙ һәм белегеҙ: һеҙҙең өсөн ерҙе һаҡлайбыҙ, һеҙҙең өсөн беҙ бында һуғышабыҙ. Һау-сәләмәт һәм бәхетле булығыҙ!” - ти яугир.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/care/2026-08-24/raketasynan-bpla-operatoryna-tiklem-4791446

Контракт буйынса хеҙмәткә заявка биреү өсөн Бәләбәй ҡалаһы, Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондары хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итегеҙ. Адресы: Бәләбәй ҡалаһы, Көнсығыш урамы, 72. Һорауҙарҙы (34786) 5-39-99 телефоны буйынса бирергә мөмкин.

 

Автор:
Читайте нас