Барыһы ла Еңеү өсөн
27 Августа , 06:00

Республиканың ҡатын-ҡыҙҙары еңеүҙе яҡынайта

26 августа Өфөлә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошторған «Барыһы ла еңеү өсөн» беренсе республика ҡатын-ҡыҙҙар форумы үтте.

Республиканың ҡатын-ҡыҙҙары еңеүҙе яҡынайтаРеспубликаның ҡатын-ҡыҙҙары еңеүҙе яҡынайта
Республиканың ҡатын-ҡыҙҙары еңеүҙе яҡынайта

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортона Башҡортостандан, Татарстандан һәм Силәбе өлкәһенән 500-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылды.

Бәләбәй районынан форумда «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторҙары Винера Винокурова һәм Юлиә Хөсәйенова, «Приют ҡасабаһының Ярҙам үҙәге» ирекмәндәре Айгөл Фәттәхова һәм Ольга Садиҡова («Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ» төркөмө) ҡатнаштылар.

Фойела ирекмәндәр күргәҙмәһе ойошторолдо, унда беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың да тырыш хеҙмәте һөҙөмтәләре тәҡдим ителде. 

Ирекмәндәр әйтеүенсә, улар башҡа райондарҙан бығаса осрашмаған коллегалары менән аралашҡан, дронға ҡаршы пончолар һәм юрғандар тегеү технологияһын ҡараған, үҙ серҙәре менән уртаҡлашҡан.

– Алынған тәжрибә һәм яңы бәйләнештәр дөйөм эш хаҡына эшебеҙҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн мотлаҡ файҙаланыласаҡ, – тип уртаҡлашты А. Фәттәхова.

Ирекмәндәрҙең фотолары 

Республиканың ҡатын-ҡыҙҙары еңеүҙе яҡынайта
Республиканың ҡатын-ҡыҙҙары еңеүҙе яҡынайта
Автор:Любовь Иванова
Читайте нас