

Ирекмәндәрҙең эше – өҙлөкһөҙ ритм: ярҙам йыйыу, машиналарға тейәү, оҙайлы сәйәхәттәр, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, алғы һыҙыҡҡа тиклем барыу-ҡайтыу, ә һуңынан – яңынан яңы ылауға әҙерлек. Форумда Халыҡ фронтының өс вәкиле: Илдар Ғүмәров, Василий Рыбаков һәм Альфред Сафин айырыуса билдәләнде. Уларҙың һәр береһе 60-тан ашыу гуманитар миссия үтәгән, йөҙҙәрсә тонна йөк ташыған һәм даими нигеҙҙә тиҫтәләгән подразделениеларға ярҙам иткән. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Радий Хәбиров ирекмәндәргә «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалын тапшырҙы.
Республика кимәлендә уларҙың ҡаҙаныштарын таныу – мөһим һәм лайыҡлы аҙым.
Фотолар БИ архивынан