

Күптән түгел МХО-ла ҡатнашыусы «Агроном» позывнойлы Николай Потапов ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға тыуған яғына ҡайтты. Ул яҡташтарына ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Яугир алғы һыҙыҡтағы бурыстарҙы уңышлы үтәү өсөн ышаныслы элемтә саралары кәрәклеге тураһында һөйләне. «Агроном» хәрби хәрәкәттәрҙә МХО башланғандан уҡ ҡатнаша. Махсус операция зонаһына ул мобилизация буйынса эләгә.
Яугирҙең үтенесен яҡташтары үтәй. Ольга Андреева етәкселегендәге инициатива төркөмө аҡса йыйыу ойоштора. Өс-дүрт көн эсендә ыҫлаҡбаштар кәрәкле күләмдә аҡса йыя, быға алты рация һатып алына. Был изге эшкә илленән ашыу кеше ярҙам итә.
«Беҙҙең бәләкәй генә өлөшөбөҙ – дөйөм еңеүгә тағы бер аҙым. Яҡташтарыбыҙҙың, МХО зонаһында хеҙмәт иткәндәрҙең, туранан-тура беҙгә үтенестәр менән мөрәжәғәт итеүен теләйбеҙ. Беҙ уларға мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ», – ти ирекмәндәр.
– Ауылдаштарыбыҙҙың хәстәрлеге менән алынған был элемтә саралары һаҡлаусыларыбыҙҙың ғүмерен ҡотҡарыр һәм һаулыҡтарын һаҡларға ярҙам итер, тип ышанабыҙ, – тип билдәләне Ольга Анатольевна.
О. Андреева фотоһы