

Дистанциялар теләгән һәр кем бар ине: ир-егеттәр өсөн – 10 км, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн – 5 км, ә 2,5 км-ға йүгереү төрлө йәштәге һәм физик әҙерлек кимәлендәге ҡатнашыусыларҙы йыйҙы. Финишҡа еткән һәр кем миҙал һәм татлы приз алды.
Почетлы ҡунаҡтар араһында – биатлон һәм саңғы ярыштары буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, дүрт тапҡыр донъя чемпионы һәм Бәләбәйҙең почетлы гражданы Александр Давидович, ҡала биләмәһе Советы депутаты Рөстәм Юлдашев, Социаль үҫеш идаралығының спорт һәм физкультура бүлеге начальнигы Рәмил Насиров, «Чемпион» спорт мәктәбе директоры Максим Кудряшов, эшҡыуарҙар, шулай уҡ МХО яугирҙары һәм ветерандары.
Майҙансыҡта «Урман» кафеһынан ялан кухняһы эшләне, Kingstore һәм Виктория клубы бағыусыларынан приздар уйнатылды.
Ярыш йомғаҡтары буйынса иң көслөләр билдәләнде. Ир-егеттәр араһында – Игорь Федоров, Владимир Макаров, Роман Якимов, Тимур Шайморатов, Зәбир Хәсәнов һәм Святослав Белюшин. Ҡатын-ҡыҙҙар категорияһында пьедесталға Гөлназ Голиус, Светлана Иванова, Элиза Дәүләтшина, Юлиә Ямалетдинова, Виталина Алексеева һәм Рилана Нуриева күтәрелделәр.
Фотолар «Чемпион» спорт мәктәбенән