Барыһы ла Еңеү өсөн
13 Сентября , 05:00

Приюттың селтәр үреүселәре өс йыл эсендә 1300 маскселтәр эшләгән

2023 йылдың 11 сентябрендә Приют ҡасабаһында «Фронт өсөн маскселтәрҙәр» ирекмәндәр төркөмө ойошторола.

Приюттың селтәр үреүселәре өс йыл эсендә 1300 маскселтәр эшләгәнПриюттың селтәр үреүселәре өс йыл эсендә 1300 маскселтәр эшләгән
Приюттың селтәр үреүселәре өс йыл эсендә 1300 маскселтәр эшләгән

Башлыса пенсия йәшендәге егерменән ашыу әүҙем ҡатын-ҡыҙ Приют ҡасабаһының Ярҙам үҙәге (ирекмәндәр А.Фәттәхова һәм Р. Солтанов) эргәһендәге оҫтаханаға килә һәм һаҡлаусыларыбыҙҙың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн маскировка селтәрҙәре эшләй башлай.

 

- Өс йыл эсендә материалдарға аҡса эҙләүҙән алып көн һайын еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индергән тотороҡло коллектив булдырыуға тиклем ҙур юл үттек.

Төп ҡаҙаныш 2023 йылда командаға килгәндәрҙә, улар коллективтың 90 процентын тәшкил итә. Кешеләр алмашыныуға ҡарамаҫтан, тап ошо ҡатнашыусылар төркөмдөң төп өлөшө булып ҡала. Улар көн һайын,өй мәшәҡәттәрен кисектереп, оҫтаханала 4-6 сәғәт үткәрә.

Бөгөнгө көнгә беҙҙең үреүселәр 1300 маскировка селтәре (3м ×6 м) үргән. Был - 23 400 квадрат метр майҙан, йәки 7 800 метр оҙонлоҡтағы һәм 3 метр киңлектәге шартлы юл, - тип һөйләне ирекмән Айгөл Фәттәхова.

 

Әйткәндәй, барыһы ла бушлай башҡарыла, ҡатын-ҡыҙҙарҙың эше селтәрҙәр үреү менән генә сикләнмәй: улар көн һайын халыҡтан гуманитар ярҙам ҡабул итә, уҡыусылар, яугирҙар менән осраша, ирекмәндәр үҙәге эше тураһында һөйләй...

 

Уларҙың өлөшө - фронт һәм беҙҙең яугир-яҡташтарыбыҙ өсөн баһалап бөткөһөҙ реаль ярҙам.

Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, Приют үреүселәре!

 

 

 

 

 

Автор:Любовь Иванова
Читайте нас