Барыһы ла Еңеү өсөн
14 Сентября , 10:00

«БАРС» отрядына һәм БПЛА батальонына яҙылырға була

Башҡортостанда МХО биләмәһендә, шулай уҡ республикала эшләү өсөн подразделениелар ойоштороу дауам итә. Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарының исемле батальонына һәм «БАРС» доброволецтар отрядына яҙылыусылар өйҙә, республикала күкте һаҡлай.  

Пилотһыҙ системалар подразделениеларында хеҙмәт итеү алғы һыҙыҡтағы частарҙан ныҡ айырыла. Төп үҙенсәлек - операторҙар дистанцион рәүештә, яу һыҙығынан алыҫта эшләй. Был хәрби хеҙмәткәрҙең ғүмере һәм һаулығына хәүефте кәметә. Контракттың да үҙенсәлеге бар. Беренсе килешеүгә бер йылға ҡул ҡуйыла. Был хәрби хеҙмәткә килеүсегә хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға ваҡыт бирә. Бынан тыш, документта һөнәрҙе һаҡлап ҡалыуға гарантия нығытылған: үҙ ризалығынан тыш, яугирҙе икенсе вазифаға йәки башҡа ғәскәр төрөнә күсереү тыйыла.

Республика күген дә күҙәтергә кәрәк. Мәҫәлән, Башҡортостандың «БАРС» отряды резервсылары республикала хеҙмәт итә. Уларҙың төп бурысы – Башҡортостанды һауанан янаған хәүефтән һаҡлау һәм мөһим инфраструктураны пилотһыҙ аппараттарҙан ҡурсалау. Яуаплылыҡ зонаһында - нефть һәм газ эшкәртеү предприятиелары, энергетика һәм оборона комплекстары, шулай уҡ социаль учреждениелар һәм торлаҡ секторҙары.

«БАРС» отрядына төрлө һөнәр эйәләре килә. Әммә, ирекмәндәр үҙҙәре әйтеүенсә, уларҙы бер уртаҡ маҡсат берләштерә. Республиканың хәрби комиссариаттары ирекле подразделениеға ла, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар батальонына йыйыуҙы ла дауам итә. Һәр кемдең һайлау мөмкинлеге бар.

Мәғлүмәт, фото: Башҡортостан телевидениеһы.

Контракт буйынса хеҙмәткә заявка биреү өсөн Бәләбәй ҡалаһы, Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондары хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итегеҙ. Адресы: Бәләбәй ҡалаһы, Көнсығыш урамы, 72. Һорауҙарҙы (34786) 5-39-99 телефоны буйынса бирергә мөмкин.

Автор:
Читайте нас